Вернуться к обычному виду

Шәжәрәлә – ырыу көсө

14.11.2017

Шәжәрәлә – ырыу көсө

“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеология” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Шәжәрә – ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә - борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.

Ошо яғы менән шәжәрә – ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған. Ырыуҙа ҡан яңыртыуға ынтылыш та аныҡ булған.

Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монахтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеологиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы алыҫ тарихҡа барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы “Урал батыр”, “Уғыҙнамә”, “Манас” кеүек тарихи, мифик эпостар дәлилләй.

Тәүге осорҙа төрки халыҡтары шәжәрәһе телдән телгә тапшырылып килгән. Ырыуҙар тарихы 30-40 быуынға тиклем телдән тапшырыла алыуы ғәжәйеп күренеш. Ул ғына ла түгел, ҡаһарман иҫтәлектәр, ата-бабаларҙың ғәмәлдәре тураһында легендалар һөйләнелгән. Һуңғараҡ шәжәрәнең яҙма төрө барлыҡҡа килгән. Төрки шәжәрәһенең иң боронғо төрө тап XIYбыуат тарихсыһы Фазлаллаһ Рәшид-әд-Диндең “Йылъяҙмалар йыйынтығы” иҫәпләнә. Йыйынтыҡта төрки ҡәбиләләр тарихы генеалогик белешмәләр менән бергә бирелә.”Уғыҙнамә” эпосында шәжәрәнең төҙөлөүе тураһында шундай һүҙҙәр бар: “ Уғыҙ бөйөк батша булған һәм донъя менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алғас, ул үҙенә байлыҡ һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал йыйған. Быларҙың барыһы ла хәҙер һеҙҙең ҡарамаҡта, һеҙ алты ағай-эне һәм һәр берегеҙҙең балалары, киләсәк быуыны бар. Балаларығыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ урыны, шөғөлөн, дәрәжәһен, исемен, шулай уҡ ырыу тамғаларын белергә тейеш. Был дәүләт тотороҡло булһын һәм ырыуығыҙҙың данлы исемен һаҡлау өсөн кәрәк”. Шулай итеп, аңлашылмаусанлыҡ һәм бәхәстәрҙән ҡотолоу, дәүләттең һәм халыҡтың тотороҡло үҫеше, теге йәки был ырыуҙың абруйын күтәреү өсөн халыҡ үҙенең генеологик йылъяҙмаһын, ата-бабаларының шәжәрәһен, ырыу тамғаларын белергә һәм төҙөргә бурыслы булған.

Бөгөн шәжәрә төҙөү әһәмиәткә эйә. Ул, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы кеүек, телдән телгә тапшырылған. Шәжәрәңде белеү башҡорттарҙа мотлаҡ һанала. Был турала билдәле шағир-мәғрифәтсе, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шулай тип яҙып ҡалдырған: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе - йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү”.

Башҡортта ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, киләсәк быуынға шәжәрә генә түгел, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп етә алған. Шәжәрәне тарихи сығанаҡ булараҡ файҙаланып, ғалимдар башҡорттарҙың Алтын Урҙа, Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу үҙенсәлектәрен асыҡлаған. Ныҡ эре ырыуҙар шәжәрәһе башҡорттарҙың Алтын Урҙаға ла, Урыҫ дәүләтенә лә килешеү нигеҙендә ҡушылғанлығын иҫбатлай. Юрматы, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙары шәжәрәһендә был хаҡта аныҡ һөйләнелә. Үҫәргәндәр һәм табындар шәжәрәһе иһә Сыңғыҙхан менән башҡорт ырыу башлыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте тарихын киләсәк быуынға тапшыра алған. Һуңғараҡ шәжәрәләр ҡағыҙға теркәлә башлай. Был шәжәрәгә ырыу тарихын ғына түгел, дөйөм алғанда башҡорттарҙың, уның составына ингән ырыу, ҡәбилә тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы ла индерергә мөмкинлек бирә.

Ырыу тарихы һәм тарихи хәл-ваҡиғаларҙан тыш, шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә, тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай материал туплай. Шуға күрә лә шәжәрәне халыҡ тормошо энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ул тарихи һәм лингвистик сығанаҡтан бигерәк, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарын, ырыуының тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙе өсөн, эше өсөн ауылдаштары, ырыуҙаштары алдында яуаплы булыу хоҡуғын бирә.

Башҡорттарҙа шәжәрә ҡиммәтле документ һаналған һәм ул ырыуҙың абруйлы кешеләрендә һаҡланған. Улар иһә, үҙ сиратында, йәш быуынға тапшыра килгән. Шәжәрә фольклорға яҡын. Уның авторы билдәле түгел. Уны беҙ дөйөм халыҡ яҙған тип беләбеҙ. Ул һәр ваҡыт, яңы ваҡиғалар булыу менән, тулыланып торған.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ үҙ нәҫел ебен, араһын барлауға иғтибар итә башланы. Был эштең балалар араһында йәнле барыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Быйыл да уҡыусылар традицион шәжәрә байрамына ентекле әҙерләнгән. Был мәртәбәле сараға ҡала һәм район мәктәптәренән уҡытыусылары менән 12 уҡыусы, төбәктең “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары ла килгәйне. Ҡаланың 4-се мәктәбе ҡурай моңо аҫтында ҡунаҡтарҙы йылы баршы алды.

Сара алдынан Туймазы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Г.Фазуллина, сараға килеүселәрҙе сәләмләп, “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзаларының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, уларҙың әүҙемдәренә дипломдар тапшырҙы. Ҡор етәксеһе табип Клара Ғиздәтуллинаға балаларға туған телде белеү мөһимлегенә, уның хатта сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһауына, телен белгәндең төрлө илдәр белгәнлегенә баҫым яһаны. Һәм һәр кемдең быуын сылбырын белеүе, шәжәрәһен өйрәнеүе бөгөн мәртәбәле икәнен, бик модала булыуын да билдәләне, сығыш яһаусыларға уңыштар теләне.

Байрамса биҙәлгән залда абруйлы баһалама ағзалары - Төбәк-ара “Шәжәрә” ойошмаһы вәкиле М. Ғәйнетдинов, мәғариф ойошмаһы методисы А. Ситдиҡова, 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М.Зәйҙуллина, “Етегән” район-ара гәзите редакторы Г.Фазуллина һәр сығышты иғтибар менән тыңлап, ғәҙел баһаланы. Быуындар сылбырын барлаусылар араһында үҙ ырыуын тәрән өйрәнгәне, яңы ғына барлай башлаусы ла бар ине. Әммә шуныһы ҡыуаныслы, уҡыусылар күҙҙәрендә дәрт, дарман, рух сағылды. Баһалама ағзаларының һәр һорауына ҡаушамай, ышаныс менән тулы яуап бирҙе улар. Марат Ғәйнетдинов һәр сығышты кәрәкле мәғлүмәт менән тулыландырып барҙы. Сығыш яһаусыларҙы күбеһе Ҡаңлы ырыуына ҡарай. Нәҫел ебендә тороусылар араһында абруйлы дәүләт эшмәкәрҙәре, герой исемен алыусылар ҙа, уҡытыусылар, табиптар, ябай ауыл эшсәндәре лә бар. Балаларҙың ырыу-нәҫеле, туғандары тураһында оло ғорурлыҡ, наҙ менән һөйләүе ҡыуаныслы.

Сығыш яһаусы балаларҙың барыһы ла махсус номинацияла билдәләнеп, дипломдарға лайыҡ булды: “Тәрән тамырлы шәжәрә” номинацияһына – Ҡандра 2-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы В.Бирюзова (етәксеһе Н.Горшкова), “Шәжәрәгә ижади ҡараш” номинацияһына ике уҡыусы – 1-се гимназиянан И. Шәйехов (етәксеһе З.Вәлиева), Ғафур ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ә.Ғимазетдинова (етәксеһе Р.Хәмзина), “Ғаилә ҡиммәттәренҡулланыусы” – 6-сы мәктәптән К.Сәлихова (етәксеһе Н.Абдуллина), Төмәнәк ауылы мәктәбе уҡыусыһы Б.Әхмәҙиев (етәксеһе Г.Әхмәҙиева), Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбе филиалы Соҡаҙыбаш мәктәбе уҡыусыһы И.Шәмсетдинов (етәксеһе Н.Заһиҙуллина), “Ырыуымдың арҙаҡлы шәхестәре” – 7-се мәктәптән К.Шәйҙуллина (етәксеһе М.Зәйҙуллина), Ә.Шәрипова Серафимовка 1-се мәктәбе уҡыусыһы (етәксеһе Ю.Шәрипова), “Ентекле өйрәнелгән шәжәрә өсөн” номинацияһында 4-се мәктәптән Д.Ғафаров (етәксеһе Г.Шараева), “Тәрән тамырлы шәжәрә” – Д.Мамлеев, 4-се мәктәп уҡыусыһы (етәксеһе Е.Спиридонова), Собханғол мәктәбенән Ә.Муллағәлиев “Шәжәрәгә – фәнни ҡараш” (етәксеһе Г.Ҡалҡаманова). Татар-Олҡан мәктәбе филиалы Түбәнге Сәрҙек мәктәбе уҡыусыһы А.Шәйхетдинова (етәксеһе З.Ҡәйүмова) иһә үҙ шәжәрәһен шиғри юлдарға һалған һәм ул “Үҙенсәлекле шәжәрә” номинацияһына лайыҡ булды.

Сығыш яһаусы балалар үҙҙәренең бай шәжәрәрәләрендә урын алыуы менән лайыҡлы ғорурлана ала. Сөнки улар шәжәрәнең ни тиклем әһәмиәтле икәнен белә. Үҙеңдең быуыныңды, тамырҙарыңды таныу, белеү, уның менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн модала.

Өйрәнәйек, барлайыҡ ата-бабаларыбыҙҙы, сөнки милләтебеҙ, илебеҙ яҙмышы беҙҙең ҡулда, киләсәк ҡулында!

Гөлмирә Бикбулатова


Возврат к списку